| Һайланған мәҡәлә |
Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 1890—1970) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәтзәки Вәлиди Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер олыҫының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының, Көҙән ауылында 1890 йылдың 10 декабрендә тыуған.
Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡаталамынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкинең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкинең ҡартатаһы — Әхмәтйәндә була. Документтар буйынса Әхмәтйән Вәлидовтың башҡорт булыуы һәм уның ҡатыны Мөхәбъямал Уйылданова булыуы билдәле.
↪ дауамы...
Исемлек | Үҙгәртеү
|
| Яҡшы мәҡәлә |
Версаль тыныслыҡ килешеүе — 1919 йылдың 28 июнендә Францияның Версаль һарайында ҡул ҡуйылған һәм Беренсе донъя һуғышын рәсми тамамлаусы килешеү. Оҙайлы серле кәңәшмәләрҙән һуң, килешеүҙең шарттары 1919—1920 йылдарҙағы Париж тыныслыҡ конференцияһында килешеүҙең шарттары төҙөлә һәм тыныслыҡ килешеүенә еңеүсе-дәүләттәрҙең берәр вәкиле уға ҡул ҡуялар: бер яҡтан АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония, тағы ла Бельгия, Боливия, Бразилия, Куба, Эквадор, Греция, Гватемала, Гаити, Хиджаз, Гондурас, Либерия, Никарагуа, Панама, Перу, Польша, Португалия, Румыния, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, Сиам, Чехословакия, Уругвай һәм икенсе яҡтан капитуляциялаған Веймар республикаһы була.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Германия яғында булған илдәр менән Антанта бер аҙ һуңыраҡ тыныслыҡ килешеүҙәре төҙөй: 10 сентябрь 1919 йыл — Австрия менән (Сен Жермен килешеүе); 27 ноябрь 1919 йыл — Болгария менән (Нёйи килешеүе); 4 июнь 1920 йыл — Венгрия менән (Трианон килешеүе); 10 август 1920 йыл — Ғосман империяһы менән (Севр тыныслыҡ килешеүе).
↪ дауамы…
Исемлек | Үҙгәртеү
|
|
|
| Ҡыҙыҡ мәғлүмәт |
- Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм журналист Роберт Паль әҫәрҙәре башҡорт, украин, ҡазаҡ, татар, сыуаш телдерендә нәшер ителгән.
- Экватор һыҙығында урынлашҡан Каямбе вулканы түбәһендә мәңгелек боҙлоҡ ята.
- Ҡоҙғондар – иң оҙон ғүмерле ҡоштар, улар иректә 70 йылдан да артығырак йәшәйҙәр.
- Көйөргәҙе районындаға Кинйәабыҙ ауылына 1760 йылдарҙа башҡорт старшинаһы, абыҙ, Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы, манифестар яҙыусы, Пугачевтың идеологы Кинйә Арыҫланов нигеҙ һалған.
- Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы 1929—1939 йылдарҙа рус телендә 6 тапҡыр 1,5 миллионлы тираж менән нәшер ителә, 1941 йылда режиссёр Протазанов Я.А. «Салауат Юлаев» фильмын экрандарға сығара.
- 350—370 млн йылдар элек ғәйрәп ятҡан диңгеҙ төбөндәге риф ҡалдыҡтарынан Стәрлетамаҡ тау-шихандары барлыҡҡа килгән.
Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим
|
|