Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һайланған мәҡәлә
Башҡорт милли хəрəкəте — башҡорттарҙың автономия өсөн хәрәкәте. 1917 йылдың февралендә Рәсәй империяһында революция була һәм сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Был ваҡиғалар ил халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың , демократик хәрәкәттәренең барлыҡҡа килеүенә сәбәбсе була. Башҡорт милли хəрəкəте халыҡтың тарихи традицияларын: башҡорттарҙың XVII—XIX быуаттарҙағы колониялаштырыуға ҡаршы көрәште (Башҡорт ихтилалдары , Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) һ. б.) иҫәпкә алып айырым бойондороҡһоҙ сәйәсәт алып бара. Милли хәрәкәте идеалогияһының төп талабы булып XVII—XX быуаттар араһында алып барылған Рәсәй хөкүмәтенең колониялаштырыу сәйәсәте арҡаһында юғалтылған башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреү булып торған.
Башҡорт милли хəрəкəтенең йүнәлтеүсе көсө булып башҡорт интеллигенцияһы һәм мосолман руханиҙары булып торған. Улар Башҡортостан милли‑территориаль автономияһын төҙөү өсөн сығыш яһай.
1917 йылдың февралендә Рәсәйҙә революция була. Сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында башҡорттар, үҙ аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙы координациялау өсөн, махсус комитеттар төҙөй. Был комитеттар Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнашасаҡ башҡорт делегаттары өсөн наказ әҙерләйҙәр.
↪ дауамы...
Исемлек | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Аун Сан Су Чжи (19 июнь 1945 ) — Мьянма сәйәси эшмәкәре, хунтаға оппозицион «Демократия өсөн милли лиганың» лидеры, Нобель тыныслыҡ премияһы (1991) лауреаты.
Аун Сан Су Чжи Янгон ҡалаһында 1945 йылдың 19 июнендә тыуған. Уның атаһы Аун Сан хәҙерге Мьянма ҡораллы көстәрен нигеҙләүсеһе булған һәм 1947 йылда Британия империяһы менән Бирманың бойондороҡһоҙлоғо хаҡында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан, шул уҡ йылда башҡа хөкүмәт ағзалары менән үлтерелә. Аун Сан Су Чжины һәм тағы ла ике улдарын әсәләре — билдәле сәйәсмән Кхи Чжи тәрбиәләй.
1960 йылда Кхи Чжи Һиндостанға илсе итеп тәғәйенләнә һәм ғаиләһе менән шунда күсә. Аун Сан Су Чжи белемен Нью-Дели ҡалаһында дауам итә һәм урындағы колледжын 1964 йылда тамамлай. Һуңынан Оксфорд университетының Санкт-Хью колледжына (Бөйөк Британия ) уҡырға инә. 1969 йылда философия, сәйәсәт һәм иҡтисад өлкәләрендә бакалавр дәрәжәһен ала. Университетты тамамланғандан һуң Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында эшләй.
1972 йылда Аун Сан Су Чжи тибет белгесе Михаэль Эйрис менән никахлаша, уларҙың ике улдары була: Александр һәм Ким. 1985 йылда Аун Сан Су Чжи Лондон университеты нда фәлсәфә докторы дәрәжәһен ала. 1990 йылда ошо уҡ университетта хөрмәтле ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек | Үҙгәртеү
Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Шәжәрәләре буйынса Ғәли Соҡоройҙоң , Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һәм Мәжит Ғафуриҙың тамырҙары табын ҡәбиләһенең башлығы Майҡы бейға барып тоташа.
2015 йылдың 18 июнендә Рамаҙан айы башлана. Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға был айҙа Ураҙа тотоу фарыз .
«Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы урыҫ телендә тәүге тапҡыр «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года» исеме аҫтында 1812 йылда Т. С. Беляев типографияһында нәшер ителә.
1938 йылдың 12 майында Токиола М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендә төҙөлгән Токио йәмиғ мәсете асыла.
Бынан 290 млн йылдар элек хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә башкиросаурустар йәшәгән. Бәләбәй районында табылған гигант ер-һыу хайуаны ҡалдыҡтарын палеонтологтар шулай тип атаған.
1922 йылдың 14 июлендә Өфө , Бөрө , Бәләбәй өйәҙҙәре бергә ҡушылыуҙан Оло Башҡортостан барлыҡҡа килә.
Ергә Ҡояш йылыһы һәм яҡтыһының 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны космосҡа тарала. Ҡояш энергияһының шул миҡдары ғына ла Ерҙә фотосинтез , һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар һәм штормдар тыуҙыра.
Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим