Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Яҡшы мәҡәлә |
Мэри Пикфорд (ингл. Mary Pickford; 8 апрель 1892(18920408) — 29 май 1979), тыумыштан Глэ́дис Луи́за Смит — Канадала тыуған билдәле кино һәм театр актрисаһы, United Artists кино компанияһын ойоштороусыларҙың береһе. Тауышһыҙ кино легендаһы. «Оскар» премияһына эйә булыусы (1930). Шаян ҡыҙҙар һәм йәтимәләр ролдәре менән билдәле, карьераһының аҙағында ғына «өлкән» ролдәргә күсә. 250 тирәһе фильмда төшкән.
Буласаҡ актриса 1892 йылдың 8 апрелендә Торонто ҡалаһында донъяға килгән, Глэдис тип исем ҡушҡандар. Атаһы Джон Чарльз Смит — Бөйөк Британиянан Канадаға күсеп килгән методистар улы. Төрлө урында эшләй, эскелек менән мауыға, 1898 йылда мейеһенә ҡан һауыуҙан үлеп ҡала. Әсәһе Шарлотта Хеннесси сығышы менән ирланд католиктары ғаиләһенән, тегеү менән аҡса эшләгән. Глэдистың кесе ҡустыһы Джек һәм һеңлеһе Лотти, актрисаның псевдоним фамилияһын алып, шулай уҡ актёр булып китә. Методист һәм католик сиркәүҙәрендә суҡындырыла. Шунда уҡ уртансы исеме — Мари — барлыҡҡа килә.
Ире үлеп ҡалғас, Шарлотта, ғаиләһен туйҙырыр өсөн пансион аса. Йәшәүселәрҙең кәңәше буйынса өҫтәмә аҡса эшләү өсөн урындағы Princess Theatre театрында балалар менән уйнай башлайҙар. Шулай итеп 1900 йылдың 8 ғинуарында 7 йәшлек Глэдистың «Көмөш король» постановкаһында уйнай башлай. Тамашала Көньяҡ Африкалағы һуғышта ҡатнашырға саҡырылған Канада һалдаттары була.
↪ дауамы…
Исемлек (64) | Үҙгәртеү
|
|
|
|