| Көнүҙәк яңылыҡ
|
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы — йыйын, ҡор. Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Өфө ҡалаһында 2019 йылдың 11-12 апрелендә уҙғарылды.
Съезда Башҡортостан һәм Рәсәй субъекттары мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
Көн тәртибендә — Башҡортостанда, Рәсәй субъекттарында башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡарала.
- Википедиянан ситтә файҙалы һылтанмалар
Үҙгәртеү
|
Һайланған мәҡәлә
|

Каспаров Гарри Кимович (тыуған саҡтағы фамилияһы Вайнштейн; 1963 йылдың 13 апрелендә Әзербайжан ССР-ының баш ҡалаһы Баҡыла тыуған) — совет һәм Рәсәй шахматсыһы, шахмат буйынса 13-сө донъя чемпионы, шахмат әҙәбиәтсеһе һәм сәйәсмән. Ҡайһы бер эксперттар Каспаровты тарихтағы бөйөк шахматсы тип таный. Халыҡ-ара гроссмейстер (1980), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1985), СССР чемпионы (1981, 1988), Рәсәй чемпионы (2004). Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының һигеҙ тапҡыр еңеүсеһе: дүрт тапҡыр СССР командаһы составында (1980, 1982, 1986, 1988) һәм дүрт тапҡыр Рәсәй командаһы составында (1992, 1994, 1996, 2002). Ул — ун бер шахмат «Оскар»ы (йылдың иң яҡшы шахматсыһы приздары) эйәһе. Каспаров, ике ҡыҫҡа өҙөклөк менән, 1985 йылдан 2006 йылға саҡлы яңғыҙы ФИДЕ рейтингының башында була: 1993 йылғы ФИДЕ ҡарары менән 1994 йылда рейтингтан төшөрөп ҡалдырыла, ә 1996 йылдың ғинуарында Каспаров Владимир Крамник менән бөр төрлө рейтингҡа эйә була. 1999 йылда Гарри Каспаров рекордлы рейтинг — 2851 балл йыя, һәм Магнус Карлсен яңы рекорд ҡуйғанға тиклем, 13 йыл ярым дауамында Каспаров рекордсы була.
Каспаров, 1985 йылда Анатолий Евгеньевич Карповты еңеп, донъя чемпионы була. «Ике К»ның ҡаршы тороуы 1980-се йылдар уртаһынан башлап 1990-сы йылдар башына саҡлы дауам итә, был аралыҡта Карпов һәм Каспаров донъя чемпионы исеме өсөн биш матч уйнай. 1993 йылда Каспаров һәм яңы дәғүәсе Найджел Шорт Халыҡ-ара шахмат федерацияһынан сыға һәм яңы ойошма — Профессиональ шахмат ассоциацияһы эгидаһы аҫтында матч үткәрә. ФИДЕ Каспаровты титулынан мәхрүм итә һәм 2006 йылға тиклем донъя чемпионы икәү була — ФИДЕ версияһы буйынса һәм «классик» версия буйынса. 2000 йылда донъя беренселегендә Каспаров Владимир Борисович Крамниктан еңелә.
↪ дауамы…
Исемлек (108) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.
1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән.
1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын алған. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған.
1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.
1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙ атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртә.
1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.
↪ д а у а м ы…
Исемлек (102) | Үҙгәртеү
|
|
|
| Аҙна рәсеме
|
Канаверал морононда SpaceX Falcon 9 ракетаһы старт комплексына сығарыла. 15 апрель 2015 йыл
Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим
|
| 25 апрель юбилярҙары *
|
- Каменев Николай Петрович (25.04.1929—27.09.2009), партия органдары хеҙмәткәре һәм матбуғат эшмәкәре. 1976—1988 йылдарҙа «Советская Башкирия» республика ижтимағи-сәйәси гәзите редакторы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Рузаевка ҡалаһынан.
- Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы (25.04.1934), педагог-методист һәм тел белгесе, мәғариф һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976–1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты ректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), СССР‑ҙың мәғариф (1976) һәм юғары мәктәбе отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1967) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Хөсәйенов Зиннур Мирсәлихйән улы (25.04.1939—1.07.2005), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-тау инженеры. 1988—2003 йылдарҙа Төмән өлкәһенең «Нижнесортымскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1997) һәм почётлы нефтсеһе (1995), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981) һәм СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Аҙнағол ауылынан.
- Ғәлим Хисамов (25.04.1949), журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2006) лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
♦ Кисәге: 24 апрель ♦ Иртәгә: 26 апрель ♦ Барлыҡ көндәр ♦ * Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса
|
|